Дим буйҙары
+12 °С
Облачно
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
19 Июня 2020, 07:32

Айыу ҡорбаны булған

18 июндә Сахалинда айыу өлкән йәштәге ҡатынға һөжүм итә. Ҡы:ғанысҡа ҡаршы, уны ҡотҡара алмағандар.

Бер фараз буйынса, ошонда йәшәүселәр ҡатындың ярҙам һорап ҡысҡырғанын ишеткән, ләкин баҡсаларҙа ғәҙәттә өлкән йәштгеләр йәшәй, ҡоралдары юҡ, шуға ла ярҙамға килә алмағандар.
Икенсе фараз буйынса, тауышҡа яҡындағы станцияға барыусылар йүгереп килгән. Улар тауышланып айыуҙы ҡорбанын ташларға мәжбүр итергә тырышҡан. Тегеһе башта ташлай, кешеләр янына борола, ә унан һуң тағын пенсионерҙы эләктереп, урманға алып китә.
«Уны ҡоткара алманыҡ. Тауыш та ҡуркытманы», - тип һөйләй шаһиттар. Ҡатын алған йәрәхәттәрҙән үлә.
Районға полицейскийҙар, ҡоткарыусылар һәм Холм урманчылығы хеҙмәткәрҙәре килә. Йыртҡысты ауларға тырышалар һәм һөҙөмтәлә атып үлтерәләр. Пенсионерға һөжүм иткән айыу йәш булып сыға - уға өс-дүрт йылдан да артыҡ түгел. Урындағы халыҡ хайуанды уҙған йылдан бирле ашатып үҫтергән. Шуға ла ул кешеләрҙән ҡурҡмаған.
Фото: iddp.ru
Читайте нас