Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
14 Июль 2020, 15:49

Ниндәй генә хәлдәргә этәрмәй был мөхәббәт тигәндәре!

Өфөлә бер егеттең Дуҫлыҡ монументына менеп аяғын һәлендереп илап ултырғанын күреп ҡалғандар. Ҡотҡарыусылар мөхәббәт ҡорбанын ҡотҡарыу өсөн шунда уҡ ярҙамға ташланған.

Баҡтиһәң, егетте яратҡан ҡыҙы ташлаған икән, был хәлдән тетрәнгән егет башҡа сара тапмай. Монумент янынан үтеп барыусылар ғәҙәттән тыш хәлде шәйләү менән полиция саҡырта һала.
Ярай әле полицейскиҙар йәш кешене был аңһыҙ ҡылыҡтан кире дүндерә алған. Юғиһә эштәр харап бит әй!
Р.ЗАМАНОВА.
Читайте нас: