Дим буйҙары
+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
23 Октябрь 2020, 18:08

Үлтереүсе төрмәлә ултырмаясаҡ!

Бишбүләк районында ҡанлы фажиғә булған.

Уҫаҡ-Кисеү ауылында 22 йәшлек ҡыҙ, кинәт кенә үҙенең олатаһына бысаҡ менән ташланып, эсен яралаған. Ҡанын күп юғалтҡан пенсионерҙы ашығыс ярҙам машинаһында дауаханаға килтергәндәр һәм операция яһағандар, әммә 80 йәшлек бабай бер нисә сәғәттән реанимацияла вафат булған.
Ҡыҙҙың үҙен иһә килгән полиция хеҙмәткәрҙәре бүлеккә алып килгән, унда сәләмәтлеккә алдан уйлап зыян һалыуҙа ғәйепләү белдергәндәр.
Тик ул җинаять язаһынан ҡотолорға мөмкин - ҡыҙ психиатрҙа иҫәптә тора, хәтта шул сәбәпле инвалидлыҡҡа ла эйә. Шулай булғас, суд-психиатрия экспертизаһы, моғайын, уны үҙ-үҙен белештермәгән хәлдә булған, тип таныр, сөнки енәйәт уның сираттағы өйәнәге ваҡытында эшләгән.
Фото: mk.ru

Читайте нас: