Тикшереү барышында асыҡланыуынса, 30 октябрҙә көндөҙ 52 йәшлек әсә менән ҡыҙы Приют ҡасабаһында үҙ фатирҙарында спиртлы эсемлектәр эскән. Улар араһында низағ сыҡҡан, әсәһе ҡыҙына "эшләмәйһең" тигәндән һуң тегеһе ғәзиз кешеһенең күкрәгенә бысаҡ ҡаҙаған. Яраланыуҙан ҡатын шунда уҡ үлгән.
Енәйәт эҙен йәшереү ниәтенән ҡыҙы әсәһенең кәүҙәһен икенсе урынға күсерә һәм ҡан эҙҙәрен йыуа, ул кинәт үлде, тип алдарға маташа. Әммә ҡатындың үлеменең сәбәбе асыҡланғас, ул ғәйебен таный.
Хәҙерге ваҡытта ул ҡулға алынған, уның менән беренсел тикшереү эштәре үткәрелгән һәм суд тарафынан ғәйепләү белдерелгән, тикшереүсе талабы буйынса ул һаҡ аҫтына алынған.
Фото: кп.ру