Дим буйҙары
+12 °С
Облачно
Еңеүгә - 80 йыл
Баш
Чув
Тат
Рус
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
9 Ноября 2020, 09:57
Бүре кешеләргә һөжүм иткән
Ошо көндәрҙә Белорет районының Аҙнағол ауылында оло йәштәге ир менән ҡатын өйҙәренә ҡайтып барғанда ҡаршыларына эткә оҡшаған ҙур хайуан килеп сыға. Әбей уны эт тип уйлап, ҡулы менән һелтәнә, әммә хайуан уның ҡулына йәбешә. Шунан ғына улар бының бүре икәнен аңлап, өйҙәренә йүгереп инеп өлгөрә.
Бүре уларҙың артынан ихатаға килеп инә. Ир өйҙән йүгереп сыға һәм “Нива” автомобиленә ултырып, бүрене баҫтырып ебәрергә уйлай. Тик йыртҡыс сосораҡ булып сыға – аяғына йәбешә. Хужа саҡ ысҡынып ҡотола. Бүре иһә урамға сығып китә. Ауылдаштары был хәл буйынса полицияға хәбәр итә.
Бер аҙ ваҡыт үткәс, ауыл малдарының йән-фарман йүгереп ҡайтып килеүен күрәләр. Уларҙы ла шул уҡ бүре баҫтырған икән. Ваҡиға урынына килеп еткән участка инспекторы йыртҡысты атып үлтерә.
Фото: gubdaily.ru
https://bash.rbsmi.ru
Читайте нас
Редакция һайлауы
Общие статьи
11 Февраля , 04:00
Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!
Общие статьи
10 Февраля , 02:01
Берҙәм көс менән
Новости партнеров
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"