-11 °С
Болотло
18 ноябрҙә Германияның Эссен Университет клиникаһы врачы ҡулға алынған.
Табип 13-17 ноябрҙә ике пациентын үлтереүҙә ғәйепләнә. Табип "ауыр" сирлеләр организмына йәшәү функцияларын туҡтатыусы медикаменттар кереткән, тип фаразлана.
Билдәле булыуынса, 47 һәм 50 йәштәге ирҙәр ауыр хәлдә булған.
Хәҙер ҡулға алыныусы пациенттарҙың интекмәйенсә генә тормоштан китергә теләүен раҫлай, ә ул уларҙың ғазаптарын еңеләйтергә ярҙам иткән.
Фото: мк.ру