Дим буйҙары
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
10 Февраль 2021, 12:33

Бала ғүмере - 180 мең һум...

Үлгән иренең мираҫына хужа булып ҡалыр өсөн бер ҡатын ҡот осҡос аҙымға барған.

Полиция һәм Федераль именлек хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре Тыва республикаһында йәшәүсе һигеҙ йәшлек ҡыҙҙың ғүмерен һаҡлап ҡалған.

Бер ҡатын үлгән иренең мираҫын алыу өсөн үгәй балаһын үлтереүҙе ойошторған. Был хаҡта РИА "Новости" хәбәр итә. Ул 180 мең һумға енәйәт ҡылырға риза булған кешене эҙләгән.

Ведомство хәбәренә ҡарағанда, башҡарыусы ролендә Тыва буйынса Эске эштәр министрлығының енәйәтселәрҙе эҙләү бүлеге хеҙмәткәре сығыш яһаған. Киллер рәүешендә хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәре заказсы менән уның фатирында осраша, ул уға аванс итеп 10 мең һум аҡса бирә.

Ҡатын «киллер»ға ҡыҙҙың ҡайҙа уҡыуы һәм йәшәүе, шулай уҡ уның ҡайһы автобус туҡталышында тороуы хаҡында һөйләй. Бынан тыш, иргә электрошокер тапшыра һәм уны үлтереү ваҡытында ҡулланырға тәҡдим итә.

Әлеге ваҡытта был ҡатын һаҡ аҫтына алынған.

Фото: кп.ру

Читайте нас: