Тиҙ арала килеп еткән ҡотҡарыусылар янғындың бишенсе ҡаттағы фатирҙа сыҡҡанлығын асыҡлай һәм уны баҫыуға өлгәшә.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, утты һүндергән саҡта төтөн эсенән бер ирҙең иҫһеҙ кәүҙәһен сығаралар. Медицина хеҙмәткәрҙәренең тиҙ ярҙам күрһәтеүе лә хәлде ыңғайлата алмай: зыян күреүсе аңына килә алмайынса һәләк була. Әлеге ваҡытта уның кемлеге асыҡланыу өҫтөндә. Бынан тыш, подъездан алты кеше хәүефһеҙ урынға сығарыла, шулар иҫәбендә - бер бала.
Янғын ни сәбәптән сыҡҡанлығын Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы тикшереүселәре һәм хоҡуҡ һаҡсылары тикшерә.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы иҫкәртә: электр, газ приборҙарын ҡарауһыҙ ҡалдырмаҫҡа, ут сығанаҡтары менән һаҡ эш итергә, өйҙә тәмәке тартмаҫҡа - һәр уйланмаған аҙымығыҙ үҙегеҙгә генә түгел, тирә-яҡтағыларға ла хәүеф менән янағанын бер ваҡытта ла иҫегеҙҙән сығармағыҙ.
Фото: ufa.aif.ru