Дим буйҙары
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
21 Февраль 2021, 22:58

Самолет кире боролорға мәжбүр булған

«Ютэйр» авиакомпанияһының Өфө - Һамар маршруты буйынса осҡан самолеты шассиларҙың төҙөк булмауы арҡаһында Өфө аэропортына кире төшөргә мәжбүр була, ATR-72 һауа судноһында был ваҡытта бөтәһе 62 пассажир иҫәпләнә.

Аэропорттың матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, самолет осҡандан һуң 25 минут үткәс кире ергә төшөп ултыра. Бер кем дә зыян күрмәй. Ғәҙәттән тыш хәлдең сәбәбе – шассиларҙың сафтан сығыуы. Тикшереү бара.

Әйткәндәй, ошоға оҡшаш хәл 14 февралдә теркәлгәйне. 92 пассажир менән Екатеринбургтан Өфөгә осҡан самолет, датчиктарҙың сигнал биреүе сәбәпле, “Кольцово” аэропортына кире ултырырға мәжбүр булды.

Башинформ.

Читайте нас: