Дим буйҙары
-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
17 Март 2021, 10:21

Юлдағы камераны кем ватҡан?

Суд дәүләт милегенә зыян килтергән кешене хөкөм иткән. Был әҙәм быйыл 21 ғинуарҙа Өфө – Бөрө – Яңауыл автомобиль юлындағы 150+500 саҡрымда насар уй менән “Арена” фототеркәү камераһын ватып ҡасҡан.

Эске эштәр министрлығының Борай районы буйынса бүлеге хеҙмәткәрҙәре уның кемлеген асыҡлаған – Борай районында йәшәгән кеше булып сыҡҡан.

3 мартта Борай районы буйынса мировой суд килтерелгән дәлилдәрҙе ҡарағандан һуң, уны яуыз ниәттә дәүләт милегенә зыян килтереүҙә ғәйепле тип тапты һәм административ яуаплылыҡҡа тарттырҙы.

Хәҙер был кешегә штраф түләргә һәм ҡиммәтле дәүләт милеген төҙәтергә тура киләсәк.

Фото: Башҡортостан Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы.

Читайте нас: