Еңеү бульварында Еңеү һалдатына ҡуйылған алты метр бейеклектәге һәйкәл тулыһынса янып юҡҡа сыҡҡан: 1,5 миллион һумлык һәйкәлдең каркасы ғына тороп ҡалған.
Сығанаҡҡа билдәле мәғлүмәттәргә ҡарағанда, һәйкәл ут төртөп яндырылған. Янғын алдынан монумент янында йәштәр төркөмө күңел асҡан. Зәй ҡалаһындағы был һәйкәл 2020 йылдың 5 майында ҡуйылған булған. Уны композит материалдарҙан (быяла пластика) яһағандар һәм ул тиҙ генә янырға ла тейеш түгел.
- Һәйкәл утта янмай торған материалдан ҡуйылды, - тип белдергән булған, һәйкәлде урынлаштырғандан һуң Зәй районы хакимиәте вәкиле.
Ысынлап та, ут төртмәһәң, һәйкәл ни эшләп үҙенән-үҙе янырға тейеш?
Ут төртөүселәрҙе тапҡандар. Был енәйәтте 9 һәм 11 йәшлек ике үҫмер ҡылған. Фактты тышҡы видеокүҙәтеү камераһы теркәгән.