Дим буйҙары
+13 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
31 Март 2021, 11:03

Урман ситендә йәш парҙың кәүҙәләре табылған

30 мартта Баҡалы районы Нуғайбәк ауылы янындағы урман ситендә ир менән ҡатындың кәүҙәләре табылған. Тәфтишселәр төркөмө ваҡиға урынына юлланған.

Ҡарап сыҡҡандан һуң, 21 йәшлек ҡыҙ менән 32 йәшлек ирҙең йәш ғаилә икәне асыҡланған.

«Тәфтишселәр фаразынса, бәхәсләшкән саҡта ир ҡатынын мылтыҡтан атып үлтергән, шунан үҙенә ҡул һалған. Әлеге ваҡытта ваҡиға урыны тикшерелгән, суд экспертизаһы тәғәйенләнгән, шаһиттарҙан һорау алыу бара», — тип белдерҙеләр Башҡортостан Тәфтиш комитетының матбуғат хеҙмәтендә.

Криминалистар ошо осраҡ буйынса енәйәт эшен ҡуҙғатҡан.

Читайте нас: