Дим буйҙары
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
19 Апрель 2021, 15:42

Тракторсыны эҙләү дауам итә...

Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетына Балтас районында йәшәүсе егеттең юғалыуы тураһында хәбәр килә. Ул 13 апрелдә тракторына ултырып сығып киткән ерҙән ғәйеп була.

Егетте эҙләү барышында трактор тәгәрмәсе эҙен юллап йылғаға килеп сығалар. Һөҙөмтәлә транспорттың дүрт метр тәрәнлектә булыуы асыҡлана. Был көндө һыу бик ныҡ күтәрелгәнлектән, водолаздар эшләй алмай.

16 апрелдә тракторҙы һыуҙан сығаралар, әммә водитель уның эсендә булмай. Егетте эҙләү әле дауам итә.

Ташҡын мәлендә йылға-күлдәр эргәһенә техника менән дә, йәйәү ҙә яҡын килеү бик хәүефле. Һаҡ булығыҙ!

Фото:news.bashseldom.com

Читайте нас: