Дим буйҙары
+13 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
23 Апрель 2021, 17:25

Айыу һөжүм иткән

Башҡортостандың Ҡариҙел районында 22 апрелдә транспорт компанияһы хеҙмәткәренә айыу һөжүм иткән.

Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, ике хеҙмәткәр Нәһретдин ауылындағы базаға китеп барғанда тайыш табанды күреп ҡалған. Улар айыуҙы ҡарарға тип машинанан сыҡҡан.

Ниндәйҙер мәлдә ҡырағай йәнлек ирҙәргә яҡыныраҡ килгән һәм береһенә һөжүм иткән. Уның иптәше айыуҙы ҡысҡырып һәм монтировка менән һелтәнеп, ҡыуып ебәргән.

- Матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, йәрәхәтләнгән ир Өфө дауаханаларының береһенә оҙатылған.-Пациент реанимацияла ята. Ул үҙ аңында, ләкин хәле тотороҡло ауыр тип баһалана, — тип белдерә Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат етәксеһе Софья Алешина.

Читайте нас: