Дим буйҙары
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
24 Май 2021, 13:36

Республикала малярия осрағы теркәлгән

Республиканың Роспотребнадзор идаралығы белгестәре Башҡортостан биләмәһендә ситтә малярия йоҡтороу осрағын теркәгән. Ведомство етәксеһе Анна Казак һүҙҙәренсә, ир Африка илдәренең береһенән ҡайтҡан.

«Диагноз Гигиена һәм эпидемиология үҙәге лабораторияһында раҫланған. Хәле ҡәнәғәтләнерлек тип баһалана, пациент дауалана», — тине Анна Казак.

Бынан алда «Башинформ» агентлығы 2021 йылдың мартында яҡташыбыҙҙың маляриянан вафат булыуы тураһында хәбәр иткәйне. Ул инфекцияны Занзибарҙа ял иткәндә эләктергән. 2018 йылда малярия менән ауырыуҙың ике осрағы теркәлһә (Һиндостандан һәм Нигериянан индерелгән), 2019 һәм 2020 йылдарҙа рсепубликала бер осраҡ та булмаған.

Читайте нас: