Дим буйҙары
-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
30 Июнь 2021, 08:28

Бала "табып" байымаҡсы булған

Һамар ҡалаһында йәшәүсе 22 йәшлек Надежда декрет ялында ултыра, ә ире эшләгән аҡса тулыһынса тиерлек ипотека түләүгә китеп тора. Уны был хәл бик борсой, йәш сағым хәйерселектә бушҡа үтә, тип ҡайғыра.

Шул саҡта йәш ҡатындың күҙенә иғлан сағыла. Унда балаң булмаһа ла тыуыу тураһында таныҡлыҡ эшләп бирергә тәҡдим итәләр.

Надежда иғлан биреүселәр менән бәйләнешкә инеп, докуменны хәҙер алып, аҡсаһын Әсәлек капиталы алғандан һуң түләргә килешә. Ҡағыҙҙа күренеүенсә, Надежда "ҡыҙын" Мәскәүҙә тапҡан.

Дркументтарҙы алып, ул МФЦ-ға килә. Бына-бына уларҙың финанс проблемалары бөтәсәк...

Әммә барыһы ла ул уйлағанса килеп сыҡмай. Дауаханалар ҙа, ЗАГС-тар ҙа уның икенсе балаһы булмауы хаҡында әйтә. Ире лә был хаҡта бер нәмә лә белмәй булып сыға.

Әгәр ҙә Надежданың планы тормошҡа ашһа, ул 616,6 мең һум Әсәлек капиталы алыр ине. Әммә, һөҙөмтәлә, мутлашыу буйынса енәйәт эше. Үҙенең хатаһын аңлаға, үкенгән йәш әсәгә суд 2 йылға шартлы хөкөм сығара.

Автор:IMPORT Сервисный
Читайте нас: