Әбйәлил районы суды "Мәрхәмәтлек йорто" директоры Рәсимә Мәхийәноваға хөкөм ҡарары сығарҙы һәм ҡатынды өс йылға иркенән мәхрүм итте.
Мәғлүм булыуынса, 44 йәшлек ҡатын ярҙамға мохтаж һәм ҡарауһыҙ ҡалған кешеләргә ярҙам күрһәтеү маҡсатында Әбйәлил районының Ишбулды ауылындағы өйөндә "Ҡарттар йорто" аса. Тик изге ниәттә башлаған эше фажиғәле тамамлана - пансионат урынлашҡан ағас йорт янып, унда йәшәгән 11 кеше һәләк була. Ҡатынды был хәлдән һуң ҡулға алалар.
Суд директорҙы ике һәм унан да күберәк кеше үлеменә килтергән, ҡулланыусыларҙың ғүмеренә, һаулығына хәүеф тыуҙырған хеҙмәт күрһәтеүҙә ғәйепле тип тапты. Хәҙер ҡатын өс йыл дөйөм режимлы колонияла ултырасаҡ. Шулай уҡ уға ике йыл дауамында граждандарға социаль хеҙмәт күрһәтеү тыйылды.
Ҡатын үҙ ғәйебен тулыһынса таныған. Әле суд ҡарары көсөнә инмәгән.
Фото: ДТРК, скриншот.