Ҙур фажиғә Стәрлетамаҡ районының Ҡунаҡбай ауылында теркәлде. Стәрле йылғаһы ярында йөрөгән 38 йәшлек ҡатынды йәшен һуҡҡан. Ул шул урында йән биргән.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, республикала бындай осраҡ икенсегә ҡабатлана. Үткән айҙа Ауырғазы районында 53 йәшлек ҡатын йәшен һуғыуҙан үлгәйне.
Тәбиғәт ғәрәсәттәренә килгәндә, ҙур зыян Ауырғазы, Стәрлебаш, Дәүләкән, Ҡырмыҫҡалы райондарына килгән. Бында ел йорттарҙың ҡыйыҡтарын осороп алып киткән. Стәрлебаш районының Түбәнге Аллағыуат ауылында урта мәктәптең ҡыйығы емерелгән. Өфөлә утыҙ самаһы мөрәжәғәт машиналарға ағас ҡолауға бәйле. Дауыл ҡупҡан ауылдарҙың күпселегендә электр сымдары өҙөлгән, әле уларҙы йүнәтәләр.
Республика буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығында белдереүҙәренсә, бөгөн Шакшала, Нуғайҙа һәм Иглиндә өс өй йәшен утынан янып киткән. Бер кем дә зыян күрмәгән.
Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы.