Дим буйҙары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
7 Март 2017, 02:00

Өфөлә туғыҙ режиссер «Башҡортостандың ҡатын-ҡыҙ киноһы» фестивале лауреаттары булды

Өфөлә Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө алдынан «Башҡортостандың ҡатын-ҡыҙ киноһы» фестиваленә йомғаҡ яһалды. Сараны ябыу тантанаһы һәм лауреаттарҙы бүләкләү Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала уҙҙы.

Өфөлә Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө алдынан «Башҡортостандың ҡатын-ҡыҙ киноһы» фестиваленә йомғаҡ яһалды. Сараны ябыу тантанаһы һәм лауреаттарҙы бүләкләү Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала уҙҙы.
Кинофестиваль программаһында ҡыҫҡа метражлы уйын һәм анимация фильмдары тәҡдим ителде. Журналистарҙан торған жюри номинациялар билдәләне һәм лауреаттарҙы бүләкләне.
Татьяна Перцева «Бубен верхнего мира» кинокартинаһы өсөн «Хәҙерге әҙәбиәтте кинематографик уҡыуҙың үҙенсәлеге өсөн», Анна Мальгинова «Йөрәк. Бубен. Самолет» анимация фильмы өсөн «Хикәйәләүҙең тулылығы, еңеллеге, шиғрилығы өсөн» номинацияһында лауреат булды.
Таңсулпан Бураҡаева «Ике күрше» кинотаҫмаһы өсөн «Башҡортостандың хәҙерге кинематографында яҡшы күршелек идеяһын асҡан өсөн», Нәркәс Искәндәрова «Шатлыҡ» мюзиклы өсөн «Киң мәғлүмәт сараларында классиканы уңышлы музыкаль ҡарауҙы һәм юл-транспорт ваҡиғалары темаһын әүҙемләштергән өсөн» дипломын алды.
Айгөл Байрамғолованың «Урал менән Шүлгәндең мажаралары» анимация фильмы — «Башҡорт палитраһында асыҡлыҡ һәм яңы буяу өсөн», Елена Жилинская «Күбәләк» фильмы өсөн «Фильм авторы менән тамашасының Изгелек һәм Яуызлыҡ тураһында диалогы өсөн» номинацияһында диплом алды.
Ольга Старикова «Мин тере» фильмы өсөн «Гуманистик идеалдарға мөрәжәғәт иткән өсөн», Дилә Мөхәмәтйәрова «Фирүзә ҡашлы муйынсаҡ» фильмы өсөн «Кинола кинәйәле хикәйәне асҡан өсөн», Камила Далгыч «Русса Weekend» фильмы өсөн «Башҡортостанда ситком жанрын үҫтереүгә индергән өлөшө өсөн» номинацияһында диплом менән билдәләнде.
Кинофестивалде ябыу тантанаһында абруйлы ҡунаҡтар, республиканың билдәле ҡатын-ҡыҙҙары — Дәүләт Йыйылышы депутаттары Эльвира Айытҡолова һәм Римма Үтәшева, йырсы Нажиә Аллаярова, «Башҡортостан ҡыҙы» журналының баш мөхәррире Гөлназ Ҡотоева, «Тамыр» телерадиокомпанияһы директоры Гөлназ Ҡолһарина, Башҡорт драма театры актрисалары Эльвира Юнысова һәм Айһылыу Йомағолова, ШОС БРИКС офис-төркөмө департаменты начальнигы Екатерина Телина, модель Эльвира Ишморатова ҡатнашты.
«Башҡортостандың ҡатын-ҡыҙ киноһы» фестивале тәүге тапҡыр уҙғарылды. Фестивалде ойоштороусылар — Башҡортостандың Кинематографистар союзы ҡатнашлығында «Бишбармаҡ-синема» киностудияһы, республиканың Заманса режиссура һәм драматургия үҙәге, «Һомай» дефиле студияһы.
Читайте нас: