Әңгәмә барышында сенатор Уйындарҙы үткәреү өсөн рәхмәт әйтте һәм бындай форматтағы сара ил төбәктәрендә тәүгә ойошторолоуын билдәләне.
«Яҡут коллегалары ярҙамында халыҡ-ара кимәлдә йәштәрҙең ғилми-техник ижады күргәҙмәләрен үткәреү менән шөғөлләнеүсе ойоштороусылар менән таныштыҡ. Унан бигерәк, Халыҡ-ара интеллектуаль уйындарҙы 2023 йылда Рәсәйҙә уҙғарыуға саҡырыу алдыҡ», — тип билдәләне Лилиә Ғүмәрова.
Осрашыуҙа ҡатнашыусылар Яҡут Республикаһының ЮНЕСКО менән «Донъя халыҡтарының эпик ҡомартҡылары» китаптар серияһын булдырыу буйынса берләштерелгән проект менән ҡыҙыҡһынды. Уның һөҙөмтәһендә яҡут теленә «Манас» ҡырғыҙ эпосы, «Маадай Хара» алтай эпик әҫәре, «Урал батыр» башҡорт халыҡ эпосы тәржемә ителгән. ЮНЕСКО-ның матди булмаған мираҫы тип танылған «Олонхо» яҡут героик эпосы бер нисә донъя халыҡтары теленә тәржемә ителгән.
«Олонхо ерендә донъя халыҡтары эпостары» халыҡ-ара эпик форумында төҙөлгән Үҙ-ара тәржемәләү тураһында килешеү сиктәрендә «Урал батыр» башҡорт халыҡ эпосы – яҡут теленә, ә «Олонхо» яҡут эпосы башҡорт теленә тәржемә ителгән. Форум 2015 йылдың июнь айында Яҡут Республикаһының баш ҡалаһында үтте.