Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
20 Июль 2018, 12:46

«Ҡалдырма, әсәй!» китабы авторы Айгиз Баймөхәмәтов яңы китап сығарҙы

Өфөнөң «Инеш» нәшриәтендә башҡорт яҙыусыһы һәм журналист Айгиз Баймөхәмәтовтың «Ҡыҙыҡ был тормош...» исемле яңы китабы сыҡты. Уға билдәле замандаштар тураһында лаҡаптар, көлкөлө хикәйәләр, шулай уҡ яҙыусының шәхси архивынан фотолар ингән

Беренселәрҙән булып «Ҡыҙыҡ был тормош...» йыйынтығын Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбай уҡыны. Ул йәш авторҙың яңы китабы республиканың әҙәби тормошонда ҡыуаныслы күренеш булыуын билдәләне. Үҙенең ижады менән Айгиз Баймөхәмәтов башҡорт прозаһы оҫтаһы Рәшит Солтангәрәевтың традицияларын дауам итә, тип иҫәпләй шағир.

Башҡорт яҙыусыһының яңы эше тураһында күренекле йырсы шағир, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Татарстандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Рәмил Сурағол да үҙ фекерен белдерҙе. «Айгиз менән бер нисә тапҡыр сит илдә командировкала булдым. Уның менән һәр саҡ күңелле: ул ҡыҙыҡлы әңгәмәсе, юмор тойғоһона эйә кеше. Иң ауыр һынауҙарҙы үтеп тә, егеттең оптимизмды юғалтмауы һәм күп нәмәгә йылмайыу менән ҡарауы ҡыуаныслы», — тип билдәләне авторҙың фекерҙәше.

Яҙыусы был юлы уҡыусыны көлдөрөргә булыуын билдәләне. Сөнки күп кенә уҡыусылар уның әҫәрҙәрен күҙ йәше түгеп уҡығанын яҙа.

Айгиз Ғиззәт улы Баймөхәмәтов – Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең Яҙыусылар союзы ағзаһы, Башҡортостан һәм Рәсәй Журналистар союзы ағзаһы, Ш.Бабич исемендәге Дәүләт йәштәр премияһы лауреаты. Балалар йорттары тәрбиәләнеүселәренең тормошо тураһында «Ҡалдырма, әсәй!» китабы ҙур билдәлелек килтерҙе. Китап рус, сыуаш, татар, ҡаҙаҡ, азербайжан телдәренә тәржемә ителгән, шулай уҡ Рәсәйҙең милли яҙыусылары баҫмалары араһында иң күп тиражлы булып тора.
Читайте нас: