Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
20 Июль 2018, 18:07

“Рус цивилизацияһы”

Рәсәйҙең милләттәр эше буйынса федераль агентлығы “Рус цивилизацияһы” II Халыҡ-ара фотоконкурс иғлан итә

“Әлеге конкурстың бурысы ябай түгел, әммә ҡыҙыҡлы: фотография ярҙамында шундай күп яҡлы, һәм ваҡыты менән философик төшөнсәле рус цивилизацияһы үҙ аңлауыңды һәм мөнәсәбәтеңде тапшырыу. Былтыр бик күп ҡатнашыусы – билдәле фотографтар ҙа, ябай шөғөлләнеүселәр ҙә рус цивилизацияһын донъяның ҡайһы мөйөшөндә йәшәүгә ҡарамаҫтан, рус телендә һөйләшеүсе халыҡтарҙың мәҙәниәте һәм ғөрөф-ғәҙәттәре бәйләнешен күрһәтә алды. Тап бына шуның өсөн үҙенең дебютына ҡарамаҫтан, “Рус цивилизацияһы” фотолар конкурсы донъяның 28 иленең 1,8 мең кешенән фотоһүрәт йыйҙы. Беренсе эштәрҙе түҙемһеҙлек менән көтәбеҙ”, - ти Рәсәй милләттәр эше буйынса федераль агентлығы етәксеһе Игорь Баринов, ул фотоконкурстың баһалама ағзаһы булып тора. Шуныһы һөйөнөслө, былтыр конкурста Рәсәй, Белорусь һәм Украинанан ғына түгел, ә АҠШ, Германия, Испания, Эфиопия, Көньяҡ Африка Республикаһы, Таиланд һәм Чилиҙан ҡатнашыусылар үҙ фотоһүрәттәрен ебәргән. Фоконкурс сит илдә ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. Быйыл былтырғы эштәрҙең һайлап алынғандары күргәҙмәһен Россотрудничество менән берлектә рус мәҙәни үҙәктәр базаһында күп илдәрҙә үткәреләсәк. “Беҙҙең фотоконкурста ҡатнашып, еңеүселәрҙең эше Мәскәү һәм бөтә Рәсәй Изге Патриархы Кирилға бүләк ителде, ул уларға юғары баһа бирҙе”, - тине Игорь Баринов.

23 июлдә инде Рәсәйҙең төрлө мөйөшөнән һөнәри фотографтар һәм һәүәҫкәрҙәр үҙҙәренең авторлыҡ фотоларын www.ruscivilization.ru сайтына ҡуя ала. Һәр ҡатнашыусы һуңғы биш йыл эсендә төшөрөлгән “Уникаль тәбиғәт”, “Йөҙҙәр һәм быуындар”, “Ҙур ил традицияһы”, “Архитектура һәм скульптура”, “Халыҡ ижады” номинациялары буйынса биш фото ебәрә ала. Мөһим талаптарҙың береһе: ҡулланыусыларҙың йәше 18 йәштән өлкәнерәк булырға тейеш. Эштәрҙе ҡабул итеү 9 сентябрҙә тамамлана. Унан һуң уларҙы жюри баһалаясаҡ, уның составына Игорь Баринов саҡырыуы буйынса, Рәсәйҙең билдәле рәссамдары, һөнәри журналистар, йәмәғәт хеҙмәткәрҙәре ингән.

Еңеүселәрҙе бүләкләү Мәскәүҙә 2018 йылдың сентябрь аҙағында була. Иң яҡшы эштәрҙе баш ҡала үҙәге бульварҙарының береһендә асыҡ күргәҙмәлә күрергә мөмкин буласаҡ. Теүәлерәк мәғлүмәт www.ruscivilization. ru конкурсы сайтында.

БР “Башҡортостан Республикаһы” Нәшриәт йорто” Дәүләт унитар предприятиеһы.
Читайте нас: