Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
23 Июль 2018, 17:18

Башҡортостанда ижади һәләтлеләрҙе «Минең ерем Рәсәй-2018» конкурсында ҡатнашырға саҡыралар

Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығының V «Минең ерем Рәсәй-2018» ижади конкурсы башланды. Ул 2020 йылға тиклем Ауыл хужалығын үҫтереү дәүләт программаһын үтәү сиктәрендә уҙғарыла.

Конкурс ойошторолғандан башлап 2014 йылда 81 төбәктән 15 меңдән ашыу ғариза ҡаралған, уларҙың йөҙләгәне ярайһы уҡ күләмдә аҡсалата премияға лайыҡ булған.

Конкурсҡа 2015 йылдың 1 ғинуарынан 2018 йылдың 31 авгусына тиклем телевидениела, радиола эфирға сыҡҡан, матбуғат киң мәғлүмәт сараларында һәм интернетта баҫылып сыҡҡан проекттар ҡабул ителә. Эштәр Рәсәй ауылының ыңғай образын булдырыуға, ауыл биләмәләрен үҫтереүҙең алдынғы тәжрибәһен таратыуға, ауыл хужалығы хеҙмәтенең мөһимлеген күтәреүгә, халыҡ йолаларын һаҡлауға, Рәсәй ауылын тартым үҙәгенә әйләндәрергә булышлыҡ итеүгә өндәлгән.

Ғаризалар 2018 йылдың 31 авгусына тиклем ҡабул ителә.

Быйыл, конкурс тураһындағы Положениеға ярашлы, теләһе ҡайһы номинацияла ҡатнашыу өсөн кәмендә өс мәҡәләнән торған проектты тәҡдим итергә кәрәк.

Конкус еңеүселәрен һәм призерҙарын бүләкләү тантанаһы октябрҙә ғәҙәттәгесә ВДНХ ҡабул иткән «Алтын көҙ-2018» 20-се бөтә Рәсәй агросәнәғәт күргәҙмәһендә үтә.

Номинациялар, ҡатнашыу шарттары һәм наградалар тураһында тулыраҡ конкурс сайтында.

Белешмә өсөн телефондар: 8 (495) 411-81-45, 8-903-755-48-54.
Читайте нас: