Күргәҙмәне Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов асты. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республиканың рәсми делегацияһы әле эш сәфәре менән Ҡытай Халыҡ Республикаһының Цзянси провинцияһында. Сәфәрҙең маҡсаты – хеҙмәттәшлекте нығытыу, Цзянси провинцияһының ҙур инвестиция проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙағы эшен һәм инвесторҙар, индустриаль парктар менән системалы эш ойоштороу тәжрибәһен өйрәнеү, тип хәбәр итә Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.
Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәренә йыл һайын тапшырыла. Улар музыка, театр, педагогия, хореография, һәм һынлы сәнғәт, кинематография, архитектура һәм дизайн, музей һәм китапхана эше, художество кәсептәре, халыҡ ижады өлкәләрендә мәҙәни ҡиммәттәрҙе булдырыу, һаҡлап ҡалыу, арттырыу, таратыу һәм үҙләштереү, шулай уҡ Башҡортостан Республикаһының мәҙәни потенциалын һаҡлап ҡалыу һәм үҫтереү буйынса ижади проекттарға ярҙам итеү өсөн ойошторолған.