Дим буйҙары
-21 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
30 Июль 2018, 19:50

«Өс таған» фильмы

Башҡортостанда Мостай Кәримдең повесы буйынса «Өс таған» фильмын төшөрөү башлана

«Бөгөн беҙ Стәрлетамаҡҡа, Шихан ауылына килдек. Торатау янында кино төшөрә башлайбыҙ, йылғаға бәйле күренештәрҙе ошонда, Ағиҙелдең иҫке үҙәнендә төшөрәбеҙ. Бөгөн урын менән танышабыҙ, иртәгә эшкә тотонабыҙ», — тип һөйләне «Башинформ» агентлығына фильмдың режиссеры Айнур Асҡаров.

«Өс таған» тулы метражлы нәфис фильмы Башҡортостан Башлығы булышлығында республиканың Мәҙәниәт министрлығы башланғысы буйынса төшөрөлә. Ул Башҡортостандың 100 йыллығына һәм танылған башҡорт яҙыусыһы Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған. Фильмдарҙы төшөрөү өҫтөндә «Йәнле таҫма» кинокомпанияһы һәм «Аскарфильм» студияһы менән берлектә «Башҡортостан» киностудияһы эшләй.

Кинотаҫма төшөрөү өсөн төп урын итеп Ғафури районының Толпар ауылы һайланған, ул билдәле китаптағы Бөркөтлө ауылына әүерелә.