Дим буйҙары
-7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
9 Август 2018, 15:49

Башҡортостанда республиканың 100 йыллығы уңайынан мәҙәни сараларға әҙерлек бара

Мәҙәниәт министрлығы 2019 йылда Башҡортостанда үтергә тейешле мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендә республика, Бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара саралар планын төҙөгән. Документ әлеге ваҡытта Башҡортостан хөкүмәтендә ҡарала.

2019 йылдағы ҙур саралар араһында — Р. Нуриев исемендәге Халыҡ-ара балет сәнғәте фестивале, Башҡортостандың Балалар хоры концерты, URAL PRINT TRIENNAL-2019 Халыҡ-ара Урал баҫма станоклы графика күргәҙмәһе, башҡорт бейеүен башҡарыусыларҙың «Байыҡ» республика телевизион конкурсы.

Шулай уҡ планда республика алдындағы ҙур хеҙмәттәре һәм юғары ҡаҙаныштары булған кешеләрҙе хөрмәтләү, уларҙың хәтерен мәңгеләштереү, Рәсәй милләтенең берҙәмлеген нығытыу һәм халыҡтарҙы этномәҙәни үҫтереү өлкәһендәге, Башҡортостан тарихының әһәмиәтле ваҡиғаларына арналған саралар, Рәсәй төбәктәрендә һәм сит илдәрҙә уҙғарылған халыҡ байрамдарында ҡатнашыу ҡаралған.

Планға ярашлы, Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең 100 йыллығына уның әҙәби мираҫын үҫтереү буйынса Халыҡ-ара китапхана проекттары конкурсын һәм инвалид балалар араһында «Башҡортостан! Һин — минең яҙмышымда нур» тигән республика ижади бәйгеһен үткәреү күҙаллана.
Читайте нас: