Дим буйҙары
+11 °С
Облачно
Баш
Чув
Тат
Рус
МӘҘӘНИӘТ
24 Сентября 2018, 12:10
«Зөләйха күҙҙәрен аса» спектакле
Башҡорт театрының «Зөләйха күҙҙәрен аса» спектаклен Мәскәүҙә һәм Рәсәй ҡалаларында күрһәтәләр.
Был хаҡта бестселлерға әүерелгән һәм М.Ғафури исемендәге Башҡорт драма театрында сәхнәләштереү өсөн нигеҙ булған (режиссер Айрат Абушахманов) китаптың авторы Гүзәл Яхина хәбәр итте.
«4 февралдә Башҡорт драма театры «Зөләйха күҙҙәрен аса» спектаклен Мәскәүҙә — Пушкин исемендәге театрҙа күрһәтә. Аҙаҡ — Питерҙа (БДТ), Ырымбурҙа, Улан-Удэла һәм Алматыла. Көндәре яҡынлаша башлаһа, ентекләберәк яҙырмын», — тип хәбәр итте яҙыусы фейсбуктағы сәхифәһендә.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Гүзәл Яхина Башҡорт драма театрының «Зөләйха күҙҙәрен аса» спектаклен юғары баһаланы. Сәхнә әҫәрен ҡарағандан һуң китап авторы ғүмерендә тәүге тапҡыр сәхнәлә актерҙар менән бергә аяғүрә баҫып алҡышлаған тамашасыларға баш эйҙе.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Файҙалы эштәр йылы
20 Августа , 15:57
Яҡтылыҡ hәм йылылыҡ донъяһы
Общие статьи
20 Августа , 08:39
Тәрбиәсе - икенсе әсәй ул
Общие статьи
19 Августа , 04:30
«Мастерица» ательеһына сәйәхәт!
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"