Дим буйҙары
-4 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
25 Сентябрь 2018, 16:58

Абдулла СОЛТАНОВҠА - 90 йәш!

Атаҡлы халыҡ йырсыһы, Абдулла Афзал улы Солтанвов Башҡортостандың Тамьян-Ҡатай кантоны (хәҙергә Учалы районы) Ҡобағош ауылында тыуа. Бөтә ғүмере буйы, пенсияға сыҡҡанға тиклем, үҙенең тыуған ауылында көтөүсе булып эшләй.

Абдулла Солтанов йыр сәнғәтендә үҙенсәлекле күренеш. Йырсының һоҡландырғыс ижады милли йыр сәнғәтенең йөҙөк ҡашына әүерелде. Ул башҡарған йырҙарҙа тыуған ерҙең гүзәллеге, халҡыбыҙҙың бай рухи хазинаһы иҫ киткес моң булып ағыла.

Абдулла Солтановтың сәхнәләге ҡабатланмаҫ сығыштары, юғары башҡарыу оҫталығы, тәбиғи һәләте үҙ һөнәренең маһиры булыуын дәлилләй. Ябай ауыл малайы халыҡ йырҙарын тыңлап үҫә. Әсәһе Мәхиямал апай йырларға ярата, атаһы, ағалары ҡурайсы була. Шулай итеп, үҫмер егет күңелендә “Урал”, “Томан”, “Буранбай” кеүек башҡорт халыҡ йырҙары йәшәй башлай.

Профессиональ сәхнәгә Абдулла Афзал улы 1955 йылда сыға. “Юлдаш” (һуңыраҡ “Ләйсән”) бейеү ансамбле составында СССР-ҙың төрлө ҡалаларында, Германияла, Португалияла, Польшала сығыш яһай. Уның исеме республикабыҙҙа ғына түгел, ә сит ил тамашасыһына ла киң билдәле. Мәскәү, Санкт-Петербург, Һамар, Япония, Болгария, Франция һәм башҡа ил-тарафтарҙы башҡорт моңона ғашиҡ итте ул.

Киң диапазонлы тауышы, юғары ноталарҙы күкрәк резонаторы менән алыуы, башҡорт халыҡ йырҙарын, оҙон көйҙәрҙе оҫта башҡарыуы Абдулла Солтановты данға күмә. Бөгөн ул — Башҡортстандың халык артисы (1996), БАССР-ҙың аткаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1986), Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты (1992).
Читайте нас: