Дим буйҙары
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
26 Сентябрь 2018, 18:30

«Алатау алабыңда» фестивалендә башҡорт ишҡурайы яңғыраны

Башҡортостандың халыҡ артисы, Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы Ишморат Илбәков «Алатау алабыңда» халыҡ-ара фестиваль лауреаты булды.

Фестиваль тәүге тапҡыр Ҡаҙағстан Республикаһының Алматы ҡалаһында уҙҙы. Сараның инициаторҙары — ТӨРКСОЙ халыҡ-ара төрки мәҙәниәте ойошмаһы һәм «Алатау» традицион сәнғәт театры.

Ҙур музыкаль форумда 11 төрки телле илдең вәкилдәре ҡатнашты. Улар араһында Төркиәнән, Монголиянан, Азербайжандан, Хакасиянан, Татарстандан иң яҡшы башҡарыусылар, шул иҫәптән Башҡортостан тамашасыларына яҡшы таныш Юлияна Кривошапкина (Яҡутстан) һәм Ровшан Йоносов (Үзбәкстан) бар.

«Фестивалдә көтөп алынған ҡунаҡ булғаныма бик шатмын, ойоштороусыларға ҡатнашырға саҡырғандары өсөн рәхмәт әйткем килә. Ошондай традицион сәнғәт форумы төрки халыҡтары мәҙәниәтенең һәм традицияларҙың берләшеүенә булышлыҡ итә», — тине Ишморат Ҡәйүм улы.

Ишморат Илбәков уйлап тапҡан хроматик ҡурай «иш-ҡурай» тип атала. Ҡорманғаҙы исемендәге Ҡаҙаҡ консерваторияһын тамамлаған һәм элек шунда уҡытҡан башҡорт музыканты ҡаҙаҡ телендә иркен аралаша. Фестивалдә иһә ул үҙенең ишҡурайы менән таныштырҙы. Үҙенсәлекле уйын ҡоралы ҡатнашыусылар һәм фестиваль ҡунаҡтары араһында ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы. Киләсәктә Илбәков ҡаҙаҡ музыканттарын ишҡурайҙа уйнарға өйрәтергә уйлай.
Читайте нас: