Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
28 Сентябрь 2018, 11:15

«Рәсәйҙең иң яҡшы биш этник баҫмаһы» конкурсы

Башҡортостан Республикаһынан ике баҫма «Рәсәйҙең иң яҡшы биш этник баҫмаһы» конкурсында иң яҡшылары тип танылды.

Ул – «Иң яҡшы район (муниципаль) гәзите» номинацияһында «Туймазы хәбәрҙәре» ижтимағи-сәйәси гәзите һәм «Иң яҡшы балалар баҫмаһы» номинацияһында мәктәпкәсә һәм башланғыс мәктәп йәшендәге балалар өсөн ай һайын сыҡҡан «Аҡбуҙат» әҙәби-нәфис журналы.

«Рәсәйҙең иң яҡшы биш этник баҫмаһы» конкурсы республикаларҙың туған телдәрендә контент булдырыу һәм уны таратыу буйынса милли редакцияларҙың алдынғы тәжрибәһен таратыуға йүнәлтелгән. Конкурстың маҡсаты – туған телдәрҙе һаҡлау һәм популярлаштырыу, милли баҫманы үҫтереү, баҫмаларҙың абруйын күтәреү.

Ағымдағы йылда Рәсәй халыҡтары телдәрендә сыҡҡан киң мәғлүмәт саралары өсөн төп ярышта Рәсәй Федерацияһының 19 төбәгенән 69 баҫма ҡатнашты.

Милли баҫмаларҙың сифатын баһалау конкурсы «Рәсәй журналистар союзы» һәм АРС-ПРЕСС (Рәсәйҙең Төбәк киң мәғлүмәт саралары етәкселәре альянсы) булышлығында Милли киң мәғлүмәт саралары ассоциацияһы башланғысы буйынса уҙғарылды.
Читайте нас: