Дим буйҙары
+18 °С
Ясно
Баш
Чув
Тат
Рус
МӘҘӘНИӘТ
1 Октября 2018, 17:32
«Оҙон көй» төбәк-ара конкурсы
«Оҙон көй» төбәк-ара башҡорт халыҡ йыры конкурсына ғаризалар ҡабул ителә.
Сара 9-11 ноябрҙә Туймазыла уҙғарыла. Маҡсаты — һәләтле халыҡ башҡарыусыларын асыҡлау һәм пропагандалау, оҙон көйҙө башҡарыуҙы тергеҙеү һәм үҫтереү, урындағы башҡорт йыр фольклорын тергеҙеү.
Конкурста махсус вокаль белеме булмаған теләгән һәр кем ҡатнаша ала. Ижади бәйгелә ҡатнашыусылар өсөн йәш сикләүе лә юҡ. Конкурс 16 йәшкә тиклемгеләр, 16-60 йәшлектәр һәм 60 йәштән өлкәндәр араһында ике турҙа уҙғарыла.
16 йәшкәсә ҡатнашыусылар ике турҙа ла үҙҙәре һайлаған йырҙы башҡара. Ҡалған конкурсанттар мотлаҡ башҡарылырға тейеш йырҙар: «Урал», «Буранбай», «Ашҡаҙар», «Сибай». Ҡатнашыусының теләге буйынса йыр башҡорт халыҡ йыр классикаһы әҫәре йәки башҡарыусының тыуған төйәгендәге башҡорт йыр фольклоры өлгөһө булыуы мөмкин.
Ғаризалар 2018 йылдың 1 ноябренә тиклем ҡабул ителә. Электрон адрес:
gukrcnt@mail.ru
. Тулыраҡ мәғлүмәт өсөн телефондар: 8(347)289-65-50, 8(34782)7-34-28, 7-24-51.
Конкурсты ойоштороусылар — Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министры, Республика халыҡ ижады үҙәге һәм Туймазы районы хакимиәте.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Общие статьи
24 Мая , 08:09
Йәш туристар һынатманы
Общие статьи
23 Мая , 07:54
Тирә-яҡ күркәм төҫ ала
Общие статьи
21 Мая , 09:50
Бишбүләк юлсылары өсөн ҡыҙыу осор
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"