Был башланғыстың инициаторы — театрҙың генераль директоры Илмир Әлмөхәмәтов.
«Башинформ» агентлығына театр музейы мөдире Рәмилә Латипова һөйләүенсә, китаптың материалы ике ҙур бүлеккә — операға һәм балетҡа бүленгән. Һәр бүлектең йөкмәткеһен 80 артист, дирижер, режиссер, рәссам, концертмейстер һәм башҡа ижади хеҙмәткәрҙең исеме тәшкил итә. Ваҡыт арауығы — 1938 йылда театрға нигеҙ һалынғандан алып ХХI быуат башына тиклем.
«Китапҡа атҡаҙанған артист йәки эшмәкәр тигән маҡтаулы исем менән Башҡортостан тарихына яҙылған шәхестәрҙе индерҙек, — тине агентлыҡ әңгәмәсеһе. — Күптәре тураһында мәғлүмәтте бөртөкләп йыйырға тура килде — ҡайһыларын архивтан алдыҡ, ветерандар, шул кешеләрҙең уҡыусылары менән һөйләштек. Гәзит-журналдарҙа донъя күргән мәҡәләләрҙән дә өҙөктәр тупланған».
Һәр тексҡа иллюстрация бар. Әлеге ваҡытта китаптың дизайны өҫтөндә эш бара.
«80 исем» китабының исем туйын театрҙың 14 декабрҙә билдәләнгән юбилейы алдынан уҙғарыу күҙаллана.