Дим буйҙары
-13 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
10 Октябрь 2018, 20:48

«Рәсәйҙең биш иң яҡшы этник баҫмаһы» конкурсы

Сочиҙа XXII «Бөтә Рәсәй» заманса журналистика форумында Милли киң мәғлүмәт саралары көнө уҙҙы. Уның сиктәрендә «Рәсәйҙең биш иң яҡшы этник баҫмаһы» конкурсы еңеүселәрен бүләкләнеләр.

Былтыр журналистика форумында уны уҙғарыу инициаторы булған Саха (Яҡут) Республикаһы эстафетаны Башҡортостан Республикаһына тапшырҙы. Конкурстың символик кубогын Яҡутстан Башлығы Айсен Николаев Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Борис Мелкоедовҡа тапшырҙы.

«Башҡортостан – күп милләтле төбәк, республикала бөтәһе лә бер-беребеңде ихтирам һәм ярҙам итеү ул төп байлығыбыҙ икәнлеген аңлай. Бөгөн Рәсәйҙә республикабыҙға ҡарата ниндәй хөрмәт менән ҡарауҙарын күрҙек һәм бер кем дә беҙҙе берләштергән дуҫлыҡҡа шик ҡуймай, бында киң мәғлүмәт саралары мөһим роль уйнай тип ышанабыҙ, — тип айырып әйтте Борис Мелкоедов. — Дәүләт киң мәғлүмәт сараларына күрһәткән ярҙам үҙ емештәрен бирә. Республикала бөгөн төрлө-төрлө киң мәғлүмәт саралары күп һәм улар күтәргән темалар мөһим һәм һөҙөмтәле. Беҙ тарихыбыҙҙы ғына һаҡлап ҡалмайбыҙ, йәмғиәтебеҙҙе тотороҡло итәбеҙ һәм уның үҫеше өсөн шарттар булдырабыҙ».

Башҡортостандан ике баҫма «Рәсәйҙең биш иң яҡшы этник баҫмаһы» конкурсы еңеүселәре булды. Конкурста илдең 19 төбәгенән бөтәһе 65 баҫма ҡатнашты.

«Аҡбуҙат» журналы — «Иң яҡшы балалар баҫмаһы», ә «Туймазинский вестник» гәзите «Иң яҡшы район гәзите» тип танылды.

«Ул журналыбыҙҙың еңеүе генә түгел, — тип билдәләне «Аҡбуҙат» журналы мөхәрр
Читайте нас в