Дим буйҙары
+3 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
18 Октябрь 2018, 19:02

Хәтер кисәһе

22 октябрҙә Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында танылған башҡорт шағиры, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре һәм сәнғәт эшмәкәре Яҡуп Ҡолмойҙоң тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы хәтер кисәһе уҙа.

Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, был кистә Башҡорт дәүләт филармонияһы сәхнәһендә солистар Лилиә Ишемйәрова, Миңзифа Исҡужина, Гөлнара Вәлиева, М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры актерҙары, Ишембай районының художество үҙешмәкәрлек коллективтары сығыш яһай. Улар шағирҙың шиғырҙарына ижад ителгән йырҙарҙы башҡара һәм уның шиғырҙарын уҡый. Режиссер – Илшат Ғәлимйәнов. Киске сәғәт 7-лә башлана.

Кисә барышында Башҡортостан Милли әҙәбиәт музейының һәм Ә.З. Вәлиди исемендәге Милли китапхананың күргәҙмәһе ойошторола.

Сараны ойоштороусылар – Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы булышлығында республика Яҙыусылар союзы, Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы.
Читайте нас: