Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
19 Октябрь 2018, 14:30

Ҡояш кеүек һин – Һәр кемдеке

Иртәгә – Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 99 йыл. Тотош бер быуат, тиергә лә була

Мостай Кәримгә


Әҙәбиәт

Сикһеҙ йыһан кеүек.

Һәм әйләнә унда

Төрлө ҡояш.

Һәр бер есем

Үҙ ҡояшын таба, –

Уның яҡтылығын,

Нурын тойғас.

Был тартылыу

Тәбиғәттән килә,

(Ҡөҙрәттәре сикһеҙ

Йыр нурының!)

Һәр бер есем,

Дәүмәленә ҡарап,

Орбитала биләй

Үҙ урынын.

Әйләнәбеҙ

Һинең тирәләй беҙ,

Ҡояш кеүек һин –

Һәр кемдеке.

Үҙең һүнгәндә лә,

Нурың тарта,

Рухи донъябыҙҙың

Кендеге!

С. ӘБҮЗӘРОВ.

Үҙ ғүмерендә Мостай ағай еренең бәрәкәтен, халыҡтарҙың һөйөүен тойоп йәшәне, тәрән зиһене менән власть һәм халыҡ араһында күперҙәр һалырға тырышты. Совет илендә генә түгел, союздаш дәүләттәрҙә лә, диңгеҙ, океан аръяҡтарында ла беҙҙе уның исеме аша танынылар. Ул Башҡортостандың беренсе яҙыусыһы булып ғүмер итте.

“Башҡорт ошо ерҙә донъяға килгән, ошонда ғүмер итәсәк. Башҡорт үҙаллы дәүләт төҙөп, үҙ телендә һөйләшеп, үҙ етәксеһе – Президенты ҡулы аҫтында йәшәр өсөн донъяла бер генә урын бар – ул Башҡортостан!”– тигән һүҙҙәре менән киҫкен ваҡыттарҙа милләтебеҙҙе яҡлар һүҙ әйтте.

Шағирҙың халыҡ араһында киң танылған “Уңдым” шиғыры бар. Унда:

Күп нәмәнән уңдым,

Рәхмәт һеҙгә,

Хәйерле төн һеҙгә, үткәндәр!

Эйе, уңдым. Күп нәмәнән уңдым.

Минән уңды микән бүтәндәр?.. – тип яҙа.

Башҡорт әҙәбиәтендә генә түгел, Рәсәй, донъя кимәлендә үҙ ижады, милли холоҡло геройҙары менән эҙен ҡалдырған шәхестең әҫәрҙәренән бик уңды уҡыусылар! Рәхмәт һеҙгә ижадығыҙ өсөн, Мостафа Сафа улы!
Читайте нас: