Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
23 Октябрь 2018, 12:07

Айгиз Баймөхәмәтовтың ижад кисәһе

Өфөлә йәш башҡорт яҙыусыһы, «Ҡалдырма, әсәй!» китабы авторы Айгиз Баймөхәмәтовтың ижад кисәһе була. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, автобиографик повесть бер нисә телгә тәржемә ителде, Ҡаҙағстанда бестселлер тип танылды һәм ошондай билдә менән Өфөлә яңынан баҫылып сыҡты.

Кисә 29 октябрҙә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында уҙа. Өфөгә Татарстан, Сыуашстан, Ҡаҙағстан ҡунаҡтары килә. Сәхнәлә башҡорт эстрадаһының популяр артистары сығыш яһай.

Программала «Урам балалары» тигән яңы китаптың исем туйын уҙғарыу ҡаралған. Рус теленә Зөһрә Бураҡаева тәржемәләгән әҫәр Рәсәй халыҡтарының милли әҙәбиәтенә булышлыҡ итеү программаһы буйынса баҫыла.

«Быйылғы йыл минең өсөн ижади яҡтан бик бай булды. Рәсәй төбәктәрендә лә, илдән ситтә лә байтаҡ осрашыуҙар уҙҙы, — ти Айгиз Баймөхәмәтов. — Ләкин республикабыҙҙа иғлан ителгән Ғаилә йылында иң мөһиме – ошо темаға яҙылған биш китабым төрлө телдәрҙә донъя күрҙе. Бер яҡтан, йылға йомғаҡ яһарға, шулай уҡ ҡәләмдәш дуҫтарымды Өфөгә саҡырырға теләйем. Өҫтәүенә сәбәп тә бар: шул көндәрҙә миңә 30 йәш тула».

Айгиз Баймөхәмәтов — Ш.Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты, Шолохов исемендәге халыҡ-ара миҙалға эйә. Уның «Ҡалдырма, әсәй!» повесы — иң күп тиражлы заманса башҡорт китабы. Бер нисә телгә тәржемәләнде. М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында һәм Х.Намсараев исемендәге Бүрәт драма театрында ошо повесть буйынса спектаклдәр бара. Йәш авторҙың икенсе китабы — «Әкиәтһеҙ бала саҡ» хикәйәләр йыйынтығы, өсөнсөһө «Урам балалары» тип атала.
Читайте нас: