Дим буйҙары
+1 °С
Ҡар
Еңеүгә - 80 йыл
Баш
Чув
Тат
Рус
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
23 Октябрь 2018, 12:04
Бөтә Рәсәй сәсәндәр фестивале
Өфөлә 25-26 октябрҙә 2020 йылдағы Бөтә Рәсәй Фольклориадаһына әҙерлек сиктәрендә Бөтә Рәсәй сәсәндәр фестивале уҙа.
Сара ЮНЕСКО эгидаһы аҫтында, «Рәсәй мәҙәниәте», «Рәсәй милләте берҙәмлеген нығытыу һәм Рәсәй халыҡтарының этномәҙәни үҫеше» федераль маҡсатлы программалары сиктәрендә һәм Башҡортостан Республикаһы Башлығы Грантына уҙғарыла, тип хәбәр иттеләр республиканың Мәҙәниәт министрлығында.
Фестивалдә Башҡортостандан, Комиҙан, Дағстандан, Саха (Яҡут), Бүрәт, Мари Иле Республикаларынан, Ханты-Манси автономиялы округынан, Мәскәүҙән һәм Магнитогорскиҙан сәсәндәр ҡатнаша.
Конкурстан тыш, милли атрибутика әйберҙәре, ювелир изделиелар, музыка ҡоралдары күргәҙмәһе; республиканың Уралды өйрәнеүсе ғалимдары, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең донъя эпостарын өйрәнеүсе фольклорсылары ҡатнашлығында «Асыҡ тирмә» тигән интерактив шоу ҡаралған.
26 октябрҙә М. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейында «Мөхәмәтшә Буранғолов – сәсән, драматург, йәмәғәт эшмәкәре» темаһына фольклорсының тыуыуына 130 йыл тулыуға арналған Халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференция уҙа.
Фестиваль Гала-концерт һәм фестивалдә ҡатнашыусыларҙы бүләкләү менән тамамлана.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Общие статьи
16 Сентябрь 2025, 21:45
Дүсән ауылы ирекмәндәре махсус хәрби операциялағы яугирҙарға даими ярҙам итә
МХО-лағыларға ярҙам
16 Сентябрь 2025, 19:10
"Барығыҙға ла ярҙам итербеҙ»
Новости партнеров
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"