Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
23 Октябрь 2018, 20:53

«Толпар-2018» кинофестивале

«Толпар-2018» кинофестивалендә ҡатнашыуға ғаризалар ҡабул итеү тамамланды.

V «Толпар» асыҡ балалар-үҫмерҙәр теле-кинофестивале Башҡортостан Республикаһында Ғаилә йылына арналған. Быйыл фестиваль тәүге тапҡыр асыҡ онлайн-конурс статусына эйә — 23 йәшкәсә теләгән һәр кем, ҡайҙа йәшәүенә ҡарамаҫтан, үҙенең фильмын ебәрә алды.

Рәсәй, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Белоруссия, Украина, Әрмәнстан, Иран, Испания, Һиндостан илдәренән, Луганск Халыҡ Республикаһынан 100-ҙән ашыу эш килгән. Конкурс программаһына 67 фильм үткән: Рәсәйҙән — 50, башҡа илдәрҙән — 17. Фестивалдә Башҡортостандан 15 фильм ҡатнаша.

«Кино — сәнғәттең иң ҡеүәтле төрө. Киләсәктә Башҡортостан йәштәрҙең кинопроекттарын тормошҡа ашырыу өсөн майҙансыҡҡа әүерелер һәм бының өсөн барлыҡ шарттар булдырылыр тип ышанам. Донъяла фестивалдәр күп, әммә «Толпар» — берәү генә, беҙ өлгәшелгәндәр менән туҡтап ҡалырға уйламайбыҙ. Рәсәй, төбәк киноһы һәм телевидениеһы үҫешһен, сит илдекеләр менән ярыша алһын өсөн күп көс һалырға, яңыһын уйлап табырға һәм ижад итергә кәрәк», — тип һөйләне фестиваль директоры, Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡтағы филиалындағы башҡорт һәм төрки филологияһы факультетының дүртенсе курс студенты, продюсер һәм видеомейкер Рәфис Ҡуйбағаров.

Жюри ағзалары фильмдарҙы баһалай башлаған. «Толпар» кинофестиваленең йомғаҡтары 2018 йылдың 15 ноябренән һуң билдәле була.
Читайте нас: