Дивизия Юғары баш командующий бойороҡтарында 15 тапҡыр телгә алына, 4000 яугир СССР-ҙың орден-миҙалдары менән билдәләнә. Дивизияның 78 ҡатнашыусыһы Советтар Союзы Геройы була, биш яугир өсөнсө дәрәжәле Дан ордендары менән бүләкләнә. Дивизия яугирҙәре күрһәткән батырлыҡ Бөйөк Ватан һуғышы осоронда башҡа бер ғәскәрҙә лә булмай. Башҡорт атлы дивизияһына һуғышҡан яугирҙәрҙең күбеһе — Силәбе өлкәһенән.
«Әҙерлек эштәре — биш йыл элек, ә төҙөлөш 2016 йылда башланды, — тип һөйләне идея авторы һәм төҙөлөштө ойоштороусы Йосоп Ҡунаҡбаев. — Ошо ваҡыт эсендә байтаҡ эштәр башҡарылды. Һәйкәл ҡойоуҙа төрлө милләт кешеләре ҡатнашты. Уларҙың барыһы ла бушлай гранит, бетон, техника, төҙөлөш материалдары, аҡса бүлде, физик көс менән ярҙам итте».
Монументтың бейеклеге — 7,5 метр.
Һәйкәлде асыу тантанаһына ветерандар, уларҙың туғандары һәм теләгән һәр кем саҡырылған. Сәғәт 11-ҙә башлана.