Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
26 Октябрь 2018, 19:53

Интернет-конкурс

Башҡорт теле көнө алдынан бер нисә интернет-конкурс башланды. Ойоштороусы булып Башҡорт ҡоролтайының башҡарма комитеты сығыш яһай.

Социаль видеороликтар йәки плакаттар конкурсы башҡорт телен популярлаштырыуға йүнәлтелергә тейеш. Эштәр Башҡортостан Республикаһының ике дәүләт телендә башҡарылырға мөмкин. Шулай уҡ иң яҡшы башҡорт теле уҡытыусыларының, шул иҫәптән педагогик хеҙмәт ветерандарының тормошо һәм эшмәкәрлеге тураһында видеороликтар ҡабул ителә.

Теләге булғандар ойоштороусылар тәҡдим иткән әҙәби әҫәрҙе башҡорт теленә нәфис тәржемәләүҙә көсөн һынап ҡарай ала.

Конкурстарҙа өлкәндәр ҙә (йәш һәм эшләгән урын мөһим түгел), белем биреү ойошмаларында уҡыусылар ҙа ҡатнаша ала.

Уҡыусылар өсөн «Илен һөймәҫ кенә телен һөймәҫ, иле юҡтың ғына теле юҡ» темаһына иншалар конкурсы ҡаралған.

«Һаумы, һаумы әкиәт» конкурсында балалар баҡсаларында тәрбиәләнеүселәр һәм 1-4 класс уҡыусылары ҡатнаша ала. Теләгән башҡорт халыҡ әкиәтен һайларға мөмкин, донъя халыҡтары әкиәттәре лә хуплана.

Интернет-конкурстарға йомғаҡ 14 декабрҙә Өфөлә фестивалдең йомғаҡлау сараһында яһала. Еңеүселәргә бүләктәр тапшырыла.

14 декабрь — Башҡорт теле көнө. Шағир-мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнөнә арналған байрамды тотош республикала билдәләү күҙаллана. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты байрам барышында уҙғарылған интернет-конкурстарҙың финалсыларын Башҡортостандың баш ҡалаһына йыя. Район һәм ҡала ҡоролтайҙарына Башҡорт теле көнөндә мәғариф учреждениеларында лингвистик викториналар, тоталь диктант, мәктәп конференциялары, шағир-мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулланың шиғырҙарын яттан һөйләүселәр конкурсын йәки «Һаумы, һаумы әкиәт» бәйгеһен үткәрергә тәҡдим ителгән.

Тулыраҡ — конкурстың рәсми төркөмөндә.
Читайте нас: