Дим буйҙары
-21 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
29 Октябрь 2018, 16:51

Туй йолаларын күрһәтәләр

1-2 ноябрҙә Башҡортостан Республикаһында тәүгә «Туй йолаһы» фестивале уҙа. Фестивалдә халыҡ ижадының бөтә байлығын һәм борон-борондан килгән ғаилә йолаларын сағылдырған туй йолаларын күрһәтәләр.

Башҡортостан халыҡтарының йолаларын һаҡлап ҡалыусы һәм пропагандалаусы ижади коллективтар, фольклор коллективтар етәкселәре һәм айырым тикшеренеүселәр, һәүәҫкәр коллективтар, биҙәү-ҡулланма сәнғәт, халыҡ кәсептәре оҫталары Шаран районында йыйыла.

Ырымбур өлкәһенең һәм Татарстан Республикаһының милли фольклор коллективтары «Туй йолаһы» ҡунаҡтары була.

Программа сиктәрендә башҡорт фольклоры буйынса семинар, аутентик фольклор йөрөтөүсе коллективтар менән ижади осрашыу уҙа, фестивалдә ҡатнашыусы бөтә коллективтарҙың көсө менән туй йолаһын тергеҙәләр (Килен һөйөү, Бишек туйы). Методик әҙәбиәт, дисктар (халыҡ байрамдары сценарийҙары йыйынтығы), шулай уҡ биҙәү-ҡулланма сәнғәт һәм халыҡ кәсептәре оҫталарының изделиелары, «Туй бүләге» милли ризыҡтары һатыу күргәҙмәһе ойошторола.

«Туй йолаһы» йыйынтығын (сценарийҙар, йолалар, йырҙар, уйындар) сығарыу фестиваль йомғағы була.

«Фестиваль күп милләтле республикала халыҡтарҙың традицион мәҙәниәт үҫеше өсөн ҙур әһәмиәткә эйә. Байрам Башҡортостан халыҡтарының берҙәмлеген нығытыуға, уларҙың рухи яҡтан бер-береһен байытыуға; 2020 йылда Бөтә донъя Фольклориадаһы алдынан фольклор коллективтарҙың ижади кимәлен арттырыуға булышлыҡ итә», — тип билдәләнеләр Республика халыҡ ижады үҙәгенең матбуғат хеҙмәтендә.

Ойоштороусылар – Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Шаран районы хакимиәте.