Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
31 Октябрь 2018, 15:36

Өфө Тоталь диктанттың яңы баш ҡалаһы исеменә дәғүә итә

Өфө 2019 йылда Тоталь диктанттың яңы баш ҡалаһы исеменә дәғүә итә. Өфө өсөн һылтанма буйынса тауыш бирергә була.

Дәғүәселәр араһында – Рәсәйҙән 13 һәм сит илдән бер ҡала. Ул – Вологда, Екатеринбург, Ижевск, Ҡазан, Краснодар, Мәскәү, Омск, Пенза, Пермь, Дондағы Ростов, Һарытау, Ставрополь, Өфө һәм бер сит ил ҡалаһы — Таллин.

Тауыш биреү проект сайтында өс аҙна дауам итә. Еңеүсе 2 февралдә Новосибирскиҙа билдәләнә.

21 ноябрҙә иң күп балл йыйған биш ҡала исемлеге төҙөлә. Проекттың баш ҡалаһы 2019 йылдың 2 февралендә Новосибирскиҙа Тоталь диктант конференцияһында иғлан ителә.

«Быйыл Рәсәй һәм донъя халҡының проект яҙмышына тәьҫир итеү һәм Тоталь диктанттың баш ҡалаһын һайлау мөмкинлеге бар. 14 дәғүәсенең һәр ҡайһыһы акцияның баш ҡалаһы исеменә һәм яңы баш ҡаланың төп майҙансығында тексты уҡыясаҡ авторҙың килеүенә лайыҡ. Әммә сайтыбыҙға инеүселәр генә, тауышын тыуған йәки яратҡан ҡалаһына биреп, ярыш һөҙөмтәһен хәл итә ала. Тауыш биреү өс аҙна дауам итә һәм беҙ ҡыҙыҡлы, көсөргәнешле һәм ғәҙел көрәш көтәбеҙ», — тип аңлатты проект етәксеһе Ольга Ребковец.

Баш ҡала өсөн көн һайын тәүлегенә бер тапҡыр проект сайтында тауыш бирергә мөмкин. Һәр бишенсе тауыш өсөн ҡатнашыусыларға электрон китап бүләк итәләр. 2018 йылда Тоталь диктанттың баш ҡалаһы статусын Владивосток алды. Унда йәшәүселәр Гүзәл Яхинаның үҙе уҡыуында тексын Berlingo xGold ручкалары менән яҙҙы. Диктанттың тыуған төйәге Новосибирскиҙан Владивостокка тиклем автоуҙыш тотош Тоталь сәйәхәткә әйләнде, уның турала autoprobeg.totaldict.ru яҙмаларынан белергә мөмкин.

Башинформ.
Читайте нас: