Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
1 Ноябрь 2018, 17:14

Башҡорт һәм татар йыры фестиваль-конкурсы

16 һәм 17 ноябрҙә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында һигеҙенсе тапҡыр Халыҡ-ара башҡорт һәм татар йыры фестиваль-конкурсы уҙа.

Йыл һайын ойошторолған фестивалгә Башҡортостандан, Татарстандан, Мәскәү, Ульяновск, Һарытау, Волгоград, Ырымбур, Һамар өлкәләренән, Ҡырым Республикаһынан һәм хатта Ҡытайҙан ҡатнашыусылар йыйыла. Фестивалдең матбуғат секретары Диана Байтурина хәбәр итеүенсә, сарала 36 кеше ҡатнаша, улар араһында ике коллектив бар. Конкурстың икенсе этабында килгән аудио һәм видеоматериалдар йомғаҡтары буйынса ғаризаларҙы ситтән тороп һайлау туры була. Өсөнсө этап 16 ноябргә билдәләнгән.

17 ноябрҙәге гала-концертта быйылғы лауреаттар, конкурстың жюри ағзалары, шулай уҡ «Иҙел» фестиваленең уҙған йылдарҙағы лауреаттары ҡатнаша. Конкурстың абруйлы ҡунаҡтары араһында: Иҙрис Ғәзиев, Флүрә Килдейәрова, Зилә Сөнәғәтуллина, Илһам Вәлиев, Зилиә Бәхтиева, Рәфис һәм Алмас Сирусиндар, Нурзидә Абизова.

Конкурста профессиональ йәш башҡарыусылар ҡатнаша. Артистар түбәндәге номинацияларҙа сығыш яһай: башҡорт халыҡ һәм эстрада йыры, татарса йыр өсөн дә шулай, «Автор-башҡарыусы», «Вокаль ансамбле», «Академик йыр». Ике йыл элек махсус булдырылған балалар номинацияһы ҙур популярлыҡ менән файҙалана.

Фестиваль-конкурсты 2011 йылда «Иҙел» мәҙәниәткә булышлыҡ итеү һәм үҫтереү коммерцияға ҡарамаған фонды булдырған.
Читайте нас: