Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
1 Ноябрь 2018, 17:07

«Әсә йөрәге»

Милли китапханала йәмәғәт эшмәкәре, Әсәләр советының Төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Гөлшат Ибраhимованың китап презентацияһы булып үтте

Гөлшат Әхәт ҡыҙының беренсе китап сығыуы менән ҡотларға Өфө хакимиәте башлығы урынбаҫары Сынтимер Баязитов, Республика Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары Эльвира Айытҡолова, республика халыҡты социаль яҡлау heм хеҙмәт министрлығы урынбаҫары Ольга Кабанова, «Тамыр» балалар үҫмерҙәр каналы директоры Гөлназ Ҡолһарина, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, яҡташтар (тыумышы менән ул Ҡасҡын ауылынан) hәм волонтерҙар килде.

Гөлшат Әхәт ҡыҙы уға ярҙам иткән hәм уның әлеге тормош миссияһындағы изге эшен дауам иткән барлыҡ кешеләргә, шулай уҡ Башҡортостан Республикаһы Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана директоры Айгөл Моратоваға рәхмәт белдерҙе.

Гөлшат Әхәт ҡыҙына ярҙам итeргә уның ғаиләһе — тормош иптәше Ирек Фәрит улы, улы Иршат, ҡыҙҙары Гөлдәр hәм Айгөл, туғаны Рәүит Әхәт улы килде. Кисәнең героиняһы раҫлауынса, тормош иптәше — уның уң ҡулы hәм күп саралар бағыусыһы. Улы Нефть университетын тамамлап, үҙ эшен асҡан, шулай уҡ рухи яҡтан ғына түгел, ә матди ярҙам итeргә тырыша, ә ҡыҙҙары — бар ерҙә лә төп ярҙамсылары. Һәм әгәр кесе ҡыҙҙары — ҡыйыу Айгөл hәм уның ғибрәтле, дәлилләүсе тарихы булмаһа, был барлыҡ кешеләрҙе ерҙең ҡояшлы яғында йәшәргә саҡырыусы «Әсә йөрәге» тигән иҫ киткес китап та булмаҫ ине.

— Гөлшат Әхәт ҡыҙы республика халҡына үҙ эшенең оҫтаһы, ул hәр ваҡыт башланған эшен аҙағына ҡәҙәр еткерә, ихлас күңел менән бирелеп яңы идеяларға һәм пландарға тотона, файҙалы булыуын һиҙһә, мөмкинлектәре сикләнгән балалар тәрбиәләнгән ғаиләләр алдында тороусы иң кесе проблемаларҙы хәл итә ала торған кеше булараҡ таныш, — тип билдәләне сара ҡунаҡтары. — Ул hәм уның ғаиләһе оҡшаш тормош хәлдәре менән осрашҡан кешеләр өсөн өмөт сатҡыһы биреүсенең асыҡ өлгөһө булып тора. Был китап Гөлшат Әхәт ҡыҙы үҙе өсөн генә түгел, ә барлыҡ ул адресланған потенциаль уҡыусылар өсөн дә мөһим булып тора
Читайте нас: