Дим буйҙары
+21 °С
Облачно
Баш
Чув
Тат
Рус
МӘҘӘНИӘТ
12 Ноября 2018, 10:22
Хөрмәтулла Үтәшев жюри булараҡ Ҡырғыҙстанға саҡырылған
Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Хөрмәтулла Үтәшев Ҡырғыҙстанда «Айытматов һәм театр» халыҡ-ара театр фестивалендә ҡатнаша. Ул жюри итеп саҡырылған.
Яҙыусының 90 йыллығына арналған фестиваль 12-17 ноябрҙә Бешкәк ҡалаһы сәхнәләрендә уҙа. Ул өс йылға бер тапҡыр ойошторола һәм совет классигы, күренекле ҡырғыҙ прозаигы Сыңғыҙ Айытматовтың ижади мираҫын популярлаштырыуҙы, шулай уҡ хәҙерге иң яҡшы сәхнә әҫәрҙәре өлгөһөндә йәш быуын тамашасыларын тәрбиәләүҙе маҡсат итеп ҡуя.
Быйыл фестивалгә Рәсәй, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Тажикстан, Азербайжан һәм Ҡарағалпаҡстандың театр эшмәкәрҙәре саҡырыу алған. Фестивалдә ҡатнашыусылар «Иң яҡшы спектакль», «Иң яҡшы режиссура», «Иң яҡшы ир-егет роле» кеүек номинацияларҙа көс һынаша.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Сыңғыҙ Айытматовтың 90 йыллығы (1928 – 2008) донъяның төрлө илдәрендә киң билдәләнә, илебеҙҙәге күп кенә театрҙар уның китаптары буйынса спектаклдәр сәхнәләштерә.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Общие статьи
2 Июля , 11:11
Уның бурысы — Ватанға хеҙмәт итеү
Файҙалы эштәр йылы
6 Июля , 09:56
Тырыш ҡулдар арыу белмәй!
Общие статьи
30 Июня , 13:35
Сәләмәт йәшәү рәүеше – оҙон ғүмерҙең нигеҙе
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"