Дим буйҙары
0 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Баш
Чув
Тат
Рус
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
19 Ноябрь 2018, 12:48
Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар
Өфөлә республикабыҙ ойошторолоуҙың 100 йыллығына арналған «Минең данлы Башҡортостаным!» поэмалар конкурсына йомғаҡ яһалды. Ошо уңайҙан Башҡортостандың Яҙыусылар берекмәһендә шиғриәт байрамы уҙҙы.
Конкурс еңеүсеһе тип Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев иғлан ителде. Уның «Һуңғы төн» поэмаһы күренекле башҡорт шағиры һәм йәмәғәт эшмәкәре Шәйехзада Бабич ғүмеренең һуңғы сәғәттәренә бағышланған.
Тамара Ғәниева менән Мәүлит Ямалетдиновтың поэмалары икенсе урынды алды. Өсөнсө урынды шағирҙар Лариса Абдуллина, Рита Фәтҡуллина һәм Ринат Сөләймәнов бүлеште. Мөнир Иҡсанов махсус бүләккә һәм Халыҡҡа юридик ярҙам күрһәтеү комитетынан 15 мең һумлыҡ сертификатҡа лайыҡ булды.
«Бындай бәйгене тәүгә ойошторҙоҡ. Конкурсҡа бөтәһе 30 авторҙан 40-ҡа яҡын поэма килде, — тип хәбәр итте Яҙыусылар союзы рәйесе, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы депутаты Зәки Әлибаев. — Ошондай күләмдә яңы әҫәрҙәрҙең яҙылыуы әҙәбиәтебеҙгә ҙур этәргес бирә».
Шиғриәт байрамында танылған шағирҙар, яҙыусылар, журналистар һәм башҡа ҡунаҡтар бар ине. Байрамда ҡатнашыусыларға Рәми Ғариповтың баҫылып сыҡҡан көндәлектәре тапшырылды.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Общие статьи
16 Сентябрь 2025, 21:45
Дүсән ауылы ирекмәндәре махсус хәрби операциялағы яугирҙарға даими ярҙам итә
МХО-лағыларға ярҙам
16 Сентябрь 2025, 19:10
"Барығыҙға ла ярҙам итербеҙ»
Новости партнеров
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"