Дим буйҙары
-21 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
20 Ноябрь 2018, 16:42

Ғ.Камал театры Өфөгә килә

Гастролдәр афишаһына алты спектакль ингән

Өфөгә Ҡазандың Ғәлиәскәр Камал исемендәге Татар дәүләт академия театры килә. Гастролдәр «Нур» театры сәхнәһендә 2019 йылдың 14 февраленән 20-һенә тиклем бара.

«Ике театрҙың алмаш гастролдәре изге йолаға әүерелде, — ти Камал театры директоры урынбаҫары Илшат Латипов. — Театрыбыҙ Өфөгә алты спектакль алып килә, улар араһында һуңғы ике йылдағы премьералар бар».

Гастролдәр афишаһына түбәндәге спектаклдәр ингән:

14 һәм 19 февралдә — А. Ғиләжевтың «Әтәс менгән ситәнгә»;

15 һәм 16 февралдә — Н.Иҫәнбәттең «Миркәй менән Айһылыу» ;

16 февралдә — С.Ғаффарованың «Килмешәк»;

16 һәм 17 февралдә — З.Хәкимдең «Килә яуа, килә яуа...»;

17 һәм 18 февралдә — Ғ.Исхаҡиҙың «Тормошмо был?» ;

20 февралдә — «Бейеү пәрейе», авторы һәм режиссеры И. Зәйниев.