Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Республика халыҡ ижады үҙәге 2018 йылдың сентябрендә Фольклориада логотибын эшләүгә конкурс иғлан иткәйне. Ошо көндәрҙә конкурсҡа йомғаҡ яһалды. Еңеүсе — Өфөнән дизайнер Андрей Масленников («Ависком» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте).
Конкурсҡа Башҡортостандың район-ҡалаларынан, Рәсәй төбәктәренән бөтәһе 70-тән ашыу ғариза бирелгән. Еңеүсе — аҡсалата приз, ә барлыҡ ҡатнашыусылар рәхмәт хаттары менән бүләкләнә.
«Конкурста ҡатнашыусыларға төп талап Фольклориаданың идеологияһын сағылдырған үҙенсәлекле һәм мөһим символ эшләү ине, — тип хәбәр иттеләр Республика халыҡ ижады үҙәгенең матбуғат хеҙмәтенән. — Һәр эш үҙенсәлекле идея, ябайлыҡ, композицион һәм художестволы берҙәмлек кеүек критерийҙар буйынса баһаланды».