Дим буйҙары
-29 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
29 Ноябрь 2018, 18:06

Башҡорт думбыраһы һәм ҡыл-ҡумыҙы

17 һәм 18 декабрҙә Өфөлә III «Аманат» башҡорт халыҡ музыка ҡоралдарында уйнаусыларҙың республика конкурсы ойошторола. Бәйге ҡыллы номинациялар — думбыра һәм ҡыл-ҡумыҙ өсөн генә уҙғарыла.

«Был көнүҙәк — тап ошо ҡоралдарҙа башҡарыуҙы үҫтереү кимәлен асыҡларға, шулай уҡ уларҙы танылыу яулаған ҡурай һәм ҡумыҙ менән бер рәттән үҫтерергә кәрәк. Бала тыуа икән, ул үҫергә тейеш, тиҙәр башҡорттар. Бында ла шулай — думбыраны һәм ҡыл-ҡумыҙҙы сәнғәт училищеһында һәм институтында 90-сы йылдарҙан башлап өйрәнәләр, Милли халыҡ уйын ҡоралдары оркестры, оҫта инструменталистар, тәжрибәле уҡытыусылар бар. Конкурс уҙғарырға ла ваҡыт етте», — тип үҙенең фекерҙәре менән бүлешә З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының башҡорт музыкаһы факультеты деканы Азат Айытҡолов.

Конкурста балалар музыка мәктәптәре, балалар сәнғәт мәктәптәре уҡыусылары, балалар ижад йорттары һәм урта дөйөм белем биреү мәктәптәре тәрбиәләнеүселәре, музыка колледжы, Өфө дәүләт сәнғәт институты студенттары һәм профессиональ башҡарыусылар ҡатнаша.

Филармонияның матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 17 декабрҙә З.Исмәғилев исемендәге Өфө сәнғәт институтының Камера залында конкурс жюрийы ағзаларының оҫталыҡ дәрестәре, шулай уҡ студенттар һәм ҡаланың музыка йәмәғәтселеге өсөн ижади осрашыу-концерт була.

Конкурс тыңлауҙары 18 декабрҙә иртәнге сәғәт 10-дан 5-кә тиклем Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында уҙа. Киске сәғәт 7-лә — «Аманат» лауреаттары һәм дипломанттарының, шулай уҡ музыка байрамы ҡунаҡтарының гала-концерты.

Музыкаль бәйгене ойоштороусылар: Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы, Өфө дәүләт сәнғәт институты, Ҡурайсылар союзы.
Читайте нас в