Дим буйҙары
-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
29 Ноябрь 2018, 00:54

Гүзәллек бәйгеһе еңеүселәре

Конгресс-холл сәхнәһендә сағыу тамаша – «Miss International Ufa» этник гүзәллек һәм һәләт республика конкурсы уҙҙы. Матурлыҡ конкурсына 700-ҙән ашыу тамашасы йыйылды. Төрлө милләт ҡыҙҙары Өфөлә йәшәүселәрҙе үҙ мәҙәниәте менән таныштырҙы.

«Miss International Ufa – 2018» исемен Тажикстан вәкиле Раъно Оморҙаҡова яуланы. Беренсе вице-мисс – Грузиянан Карина Ахвледиани, ә икенсе вице-мисс тажын Башҡортостандан Нәркәс Аралбаева алды.

«Miss International Ufa» этник-ара матурлыҡ һәм һәләт конкурсы тәүге тапҡыр ойошторолдо һәм төрлө ил, Рәсәй халыҡтары вәкилдәрен бер урынға йыйҙы. Финалсылар араһында – Адыгей, Мысыр, Грузия, Тажикстан, Ҡаҙағстан, Нигерия ҡыҙҙары, шулай уҡ удмурт, сыуаш, башҡорт, татар, рус милләте вәкилдәре. Һылыуҡайҙар туған телендә үҙҙәре хаҡында һөйләне, халыҡ йырҙарын йырланы һәм милли бейеүҙәрен күрһәтте. Бынан тыш, Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте буйынса һорауҙарға яуап бирҙе. Ә унан алда ҡыҙҙар аҙна буйына «Uraltau» отелендә финалға әҙерләнде, хореографтар, бейеүселәр һәм музыканттар менән шөғөлләнде.

Ҡатнашыусыларҙың һәр береһе үҙ милләтен лайыҡлы күрһәтте. Конкурс йыл һайын уҙғарылыр, тип ышана ойоштороусылар.

Сараны Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы йорто һәм Мәҙәниәт министрлығы тарафынан, шулай уҡ проект авторы Земфира Рәшитованың быйыл йәй «Таврида» форумында алған грант аҡсаһына үткәрелде. Уның һүҙҙәренсә, сара тормошондағы мөһим ваҡиғаларҙың береһе булған.

«Проектты уңышлы тормошҡа ашырҙыҡ, тип ышаныс менән әйтергә мөмкин. Ҡыҙҙар үҙ милләте менән сағыу һәм лайыҡлы итеп таныштырҙы, иң мөһиме, Конгресс-холда халыҡтар берҙәмлеге һәм дуҫлығы мөхите хөкөм һөрҙө. Был ваҡиға бөтә йәштәгеләр өсөн дә үҙенсәлекле майҙансыҡ, бында сағыу шоу форматында һәр кем төрлө илдәрҙең ғөрөф-ғәҙәттәре һәм мәҙәниәте менән таныша. Продюсерҙар Азалия Дилмөхәмәтоваға, Залина Мырҙағоловаға, SMM һәм PR өсөн Айзилә Мөлөковаға рәхмәтемде белдерәм», — тине Земфира Рәшитова.
Читайте нас: